ҠОТЛАЙБЫҘ!🌹
Бөгөн Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы, Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Хәҙис улы Әмиров тыуған көнөн билдәләй!
Бар коллектив исеменән Алмас Хәҙис улын ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм артабан да яңынан-яңы ижади үрҙәр яулауығыҙҙы теләйбеҙ! Сәхнә нуры һеҙҙе бер ҡасан да ташламаһын, ә тамашасыларҙың һөйөүе һәр ваҡыт илһам һәм көс бирһен!