9 май 18:00 сәғәттә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Еңеү көнөнә арналған «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем...» спектакленең махсус күрһәтеүе буласаҡ.
Ирен фронтҡа оҙатҡанда ун туғыҙ йәштә генә ҡалған Фәрхинур ғүмер буйы “яратам” тип әйтеп өлгөрмәгәненә үҙен ғәйепле тойоп йәшәй. Һуғыштан бер бөртөк хаты менән “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы ғына килгән Нурулланың яҙмышы алтмыш дүрт йылдан һуң асыҡланғас, ул алыҫ Германияға, иренең аҫыл һөйәктәре ятҡан ергә, барырға ниәтләй.
Һикһәнде уҙған оло кешегә, тыуған ауылынан дүрт мең саҡрым ара үтеп, ғүмер буйы күңелендә йөрөткән тойғоларын әйтергә насип булырмы?
🏷БИЛЕТТАР: https://bashdram.ru/afisha/ne-uspela-skazat-lyublyu-7/
✅ Театр кассаһы 👉🏻272-35-33
✅ Пушкин картаһы ғәмәлдә
✅ Рус теленә синхрон тәржемә бар
✅ Театрҙа 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар өсөн балалар бүлмәһе эшләй