🌹ҠОТЛАЙБЫҘ!
Театр хеҙмәткәре, автотранспорт бүлеге механигы Мират Нәзир улы Ғабдрахманов алдынғы хеҙмәте, күп йылдар намыҫлы эшләгәне һәм театр сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде!
Бар коллектив исеменән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә юғары, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булырға яҙһын!