💬 Был хаҡта белә инегеҙме?
Һеҙҙең иғтибарға Гөлсирә Ғиззәтуллина әҫәре буйынса Айрат Абушахманов сәхнәләштергән «ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТЕП ӨЛГӨРМӘНЕМ» /«НЕ УСПЕЛА СКАЗАТЬ «ЛЮБЛЮ»» спектакле тураһында биш ҡыҙыҡлы факт әҙерләнек.
Әйткәндәй, 9 май М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Еңеү көнөнә арналған «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем...» спектакленең махсус күрһәтеүе буласаҡ.
Был постановка — һуғыш яландарында ятып ҡалған саф һөйөү, ғүмер буйы ирен көткән ҡатындың тоғролоғо һәм хәтер тураһында. Ирен фронтҡа оҙатҡанда ун туғыҙ йәштә генә ҡалған Фәрхинур ғүмер буйы “яратам” тип әйтеп өлгөрмәгәненә үҙен ғәйепле тойоп йәшәй. Һуғыштан бер бөртөк хаты менән “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы ғына килгән Нурулланың яҙмышы алтмыш дүрт йылдан һуң асыҡланғас, ул алыҫ Германияға, иренең аҫыл һөйәктәре ятҡан ергә, барырға ниәтләй.
Һикһәнде уҙған оло кешегә, тыуған ауылынан дүрт мең саҡрым ара үтеп, ғүмер буйы күңелендә йөрөткән тойғоларын әйтергә насип булырмы?
_________________________________________
9 май 18:00 - «ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТЕП ӨЛГӨРМӘНЕМ» /«НЕ УСПЕЛА СКАЗАТЬ «ЛЮБЛЮ»» (Г.Ғиззатуллина, режиссер А.Абушахманов). 12+
БИЛЕТТАР👉https://bashdram.ru/afisha/ne-uspela-skazat-lyublyu/