💫 Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашева күркәм юбилейын билдәләй
☝Зөлфиә Ҡудашева филармония сәхнәһендә 40 йылдан ашыу ижад итеп, яҡты эҙ ҡалдырған, хислелеге, сағыу темпераменты, репертуар байлығы һәм төрлөлөгө менән айырылып торған данлы бейеүсе. Ул башҡарған «Батмус менән бейеү» «Йәшлек вальсы» «Ҡабырсаҡ» «Шаян килен», «Игеҙәктәр», «Сабата бейеүе», «Һыбай ҡыҙ», «Ҡара-ҡаршы», «Аҡ болан», «Сәскәләр менән бейеү», «Башҡортостан – суверенлы ил» һ.б. бейеүҙәр башҡорт хореографияһының алтын фондында һаҡланған сәхнә ынйылары. Ижадсы донъя халыҡтары сәнғәтенә ҡыйыу мөрәжәғәт итеп, ғәрәп, корея, коряк, ҡалмыҡ, ҡытай, татар бейеүҙәрендә тик үҙенә генә хас сәхнә образдары тыуҙырҙы. Уның төрлө сюжеттарға ҡоролған һәр сығышы бәләкәй генә тамаша итеп ҡабул ителә.
✨Зөлфиә Ҡудашева Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә (Голландия, Ҡытай, Перу, Сүриә, Финляндия һ.б.) башҡорт бейеүен данланы.
🙌Хаҡлы ялда булһа ла, ул һаман ижад итә. Үҙенең бай тәжрибәһен йәш быуынға тапшыра. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға бейеүҙәр өйрәтә, төрлө хәрәкәттәр, күнекмәләр менән ярҙам итә. Сәнғәт мәктәбендә, Башҡорт дәүләт педагогия институты янындағы «Ынйы» бейеү ансамблендә даими эшләй. Талантлы йәштәрҙе «Байыҡ» телевизион конкурсына әҙерләй.
💥Юбилярҙың ижад кисәһендә сәхнәләш дуҫтары, уҡыусылары, «Ынйы» ансамбле ҡатнаша.
💫Тамашаның режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова.
🎶Халҡыбыҙҙың яратҡан бейеүсеһе Зөлфиә Ҡудашеваның ижадына бағышланған концертҡа рәхим итегеҙ, дуҫтар!
🏷Билеттарҙы онлайн һатып алырға: https://bashgf.ru/afisha/event/jubilejnyj-vecher-zulfii-kudashevoj/