Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Артур Кәбировтың тыуған көнө айҡанлы "Кеше" исемле концерты үтте.
Тәрән фекерле, бай телле Артур концертын үҙе алып барҙы, ижадына, тормош юлына байҡау яһаны, хисләнеп һөйләне, онотолмаҫ хәтирәләр менән бүлешеп тамашасыны ғәҙҙәтәгесә һоҡландырып ҡына ҡалманы, ә һәр кемдең күңеленә изге иман орлоҡтары һалды. Ысын мәғәнәһендә үҙ йырын тапҡан башҡарыусы булараҡ мөхәббәт, дуҫлыҡ, тыуған ил, тормош тураһындағы бихисап йырҙарҙы башҡарҙы.
💥 Сара барышында Артур Кәбиров республикала беренселәрҙән булып Рәми Ғарипов миҙалы менән бүләкләнде. Награданы Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе - Айгиз Баймөхәмәтов тапшырҙы.
Артур Зиннур улын лайыҡлы наградаһы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә уңыштар, ижади осоштар теләйбеҙ, тамашасы һөйөүе һәр саҡ ҡанатландырып торһон!
_________________________________________
Сегодня на сцене Башкирского академического театра драмы имени Мажита Гафури состоялся концерт заслуженного артиста Республики Башкортостан, лауреата Государственной республиканской молодежной премии им.Ш.Бабича и Государственной премии РБ им.С.Юлаева - Артура Кабирова, приуроченный ко дню рождения артиста.
Артур сам вел этот вечер - искренне, проникновенно, с присущей ему глубиной и богатством речи. Он размышлял о своем творческом пути, делился личными воспоминаниями, трогал до глубины души и, как всегда, не только восхищал зрителей, но и оставлял в их сердцах свет и тепло. Как артист, нашедший свою настоящую творческую дорогу, он исполнил множество песен о любви, дружбе, родной земле и жизни.
💥 В ходе мероприятия Артур Кабиров одним из первых в республике был удостоен медали Рами Гарипова. Награду вручил председатель Союза писателей Республики Башкортостан Айгиз Баймухаметов.
От всей души поздравляем Артура Зиннуровича с заслуженной наградой! Желаем дальнейших успехов, вдохновения и новых творческих высот!