💐ҠОТЛАЙБЫҘ!💐
БӨГӨН ТЕАТР АРТИСТКАҺЫ ГӨЛМИРӘ ИСМӘҒИЛЕВАНЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨ!
💐💐💐💐💐
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ!⠀
🎭М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Гөлмирә Исмәғилева: «Бәхет хаҡы» (Х.Мөҙәрисова) мелодрамаһында Зөһрә, «Джут» (О.Жанайдаров) документаль драмаһында - Лена, официант, «Ул бит кисә ине» (А.Әхмәтғәлиева) комедияһында - Диләрә, «Эҙләнем, беғерем, һине...»лә (Т.Миннуллин) - Нурсинә, «Мөхәббәт ҡоштары»нда (И. Йомағолов) - Сәриә, «Балам»да (В.Емелева) - Люба, «Урал Батыр»ҙа - Айһылыу образдарын тыуҙырҙы. Бынан тыш ул «...Ат уйнатып алдан бара...» (З. Бураҡаева) театрлаштырылҡан тамашаһында, «Амеля» (Н.Крашенинников), «Гөлбостан» (Ҡ. Даян), «Ҡыҙ урлау» (М.Кәрим) комедияларында уйнай.
#башдрам #башдрамдыяратам #башдрам_актеры #башдрамвлицах #гульмираисмагилова