❗ТИҘҘӘН - ТЕАТР СӘХНӘҺЕНДӘ❗
💫23 апрель 19:00 - «ХЫЯЛЫЙ» /«НЕОБЫЧНАЯ ИСТОРИЯ В ОБЫЧНОЙ ДЕРЕВНЕ» (С.Әбүзәр, режиссёр А.Йәнбәков) 12+.
Бер мәл төпкөл ауылға эшкә тип доктор ҡыҙ килә. Ҙур йорттарында сөкөрләшеп, икеһе генә торған Ғиззәт ҡарт менән Шәрифә инәй йортона урынлаштыра ҡыҙҙы ауыл администрацияһы. Врач ҡыҙҙың исеме Йондоҙ. Тиҙҙән ҡыҙ юғары маҡсаттары, һылыулығы, маҡтаулы эштәре менән ауыл халҡының ихтирамын яулай. Ә Ғиззәт ҡарт уға һоҡланып бағып, йәшлеген иҫкә төшөрөп, Йондоҙға ғашиҡ була?! Йөрәкһеп, хисләнеп, ярһып күккә талпына, хатта үҙ ҡулдары менән самолет эшләп… осоп китә!
БИЛЕТТАР: https://bashdram.ru/afisha/hyyalyj-8/?lang=bash
✅ Театр кассаһы 👉🏻272-35-33
✅ Пушкин картаһы ғәмәлдә
✅ Рус теленә синхрон тәржемә бар
✅ Театрҙа 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар өсөн балалар бүлмәһе эшләй