🎶«Йыр Көсө – 2» проекты: моңдоң, рухтың һәм илһамдың дауамы..
✨Йыр һөйөүселәрҙең юғары баһаһын алған, төрлө фекерҙәр тыуҙырған, уйландырған, хисләндергән, ғөмүмән, бер кемде лә битараф ҡалдырмаған һәм иң көслө тип танылған «Йыр көсө» проектының икенсе өлөшө - дауамы бөгөн сәхнәгә сыҡты.
☝️Ике йыл дауамында барған был грандиоз тамаша менән филармонияның танылған артистары республика һәм күрше өлкәләр буйлап гастроль сәфәрҙәрендә йырҙың илаһи көскә эйә икәнлеген иҫбатлағайны.
💫Тамашасыларҙың күп һанлы үтенесе буйынса, бөгөн «Йыр көсө» ҡабаттан сәхнәгә әйләнеп ҡайтып, йырҙың илаһи көсөн йәнә раҫланы.
🎵«Йыр көсө -2» концертында башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары —
Нәзифә Ҡадырова, Әлфиә Юлсурина, Римма Амангилдина, Лилиә Ишемйәрова, Искәндәр Ғәзизов, Рөстәм Шаһыбалов, Тимур Рамазанов, Салауат Мөхәмәтйәров, Валентина Топычканова, Фәриҙә Ғаззалова, Радмир Исмәғилов, Зөлхизә Илбәкова, үҙҙәренең моңло йырҙарын, күңел йылыһын бүләк итте.
🪗Музыканттар: Хәлит Фәтихов, Ғәли Алтынбаев, Артур Ғайсаров, Азат Биксурин, Илнур Хәйруллин, Аурика Уршеева, Семен Конторщиков, Артур Сәғәҙиев оҫта уйыны менән сығыш яһаны.
🩰Сәхнәне бейеүҙәре менән биҙәгән Лилиә Усманова һәм Наҙгөл Хәмитова 🎤концерттың йылы мөхитен һиҙгер һүҙҙәре менән тулыландырған алып барыусылар Эльмира Юлдашева һәм Зилиә Сафиуллина кисәгә сағыулыҡ өҫтәне.
🙌 Проекттың авторы һәм режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова.
👏Кисә ваҡытында филармонияның залын тултырған тамашасылар һәр сығышты йылы алҡыштарға күмде.
🎵«Йыр көсө – 2» проекты йәнә бер тапҡыр йырҙың - халыҡтың рухын, күңел көсөн, берҙәмлеген, дәртен, өмөтөн һаҡлаған ҡиммәтле хазина икәнен иҫбатланы.
🙏Күңелдәр илһам, дәрт менән тулһын, башҡорт моңо, йырҙың көсө һәр саҡ оҙата барһын! «Йыр көсө» халҡыбыҙҙың йөрәктәрендә мәңге йәшәһен!
📸 Фотолар: Ләйсән Минниханова
Фотоальбом: https://vk.ru/album-11876957_309552869