🌹ҠОТЛАЙБЫҘ!
Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Тәнзилә Хисамованы тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Тәнзилә Динислам ҡыҙы, һеҙгә алдағы тормошоғоҙҙа ныҡлы сәләмәтлек, илһамлы тормош, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ! Һәр атҡан таңға ҡыуанып, һөйөнөп йәшәргә яҙһын!
🎭М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә әлеге мәлдә Тәнзилә Хисамова «Ҡара йөҙҙәр» спектаклендә - Ғилми, «Ай тотолған төндә» - Ил инәһе, «Ҡыҙ урлау» музыкаль комедияһында - Аҡ инәй, "Бөйрәкәй"ҙә - Бәндәбикә ролдәрен башҡара.