🎶Халыҡ йырын, баян, ҡурай моңдарын һағынғандарҙы Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Айгөл Һағынбаеваның өр-яңы концерт программаһына саҡыра.
☝Быуындан-быуынға тапшырылып беҙҙең көндәргәсә килеп еткән боронғо оҙон көйҙәрҙә халҡыбыҙҙың бай данлы тарихы бәйән ителә, башҡорт ҡатын-ҡыҙының аяныслы яҙмышы һүрәтләнә. Айгөл үҙенең репертуарындағы халыҡ йырҙарын башҡарып ҡына ҡалмаясаҡ, һәр береһенең тарихын да һөйләйәсәк.
🗯«Халыҡ йырының тәрән тамырҙарын, тарихын белмәйенсә тороп, еренә еткереп, хисле итеп йырлап булмай. Үҙ йөрәгең аша үткән моң ғына тамашасыға барып етә», – ти Айгөл.
✨Ижадының тәүге көндәренән алып йырсы үҙенә генә хас башҡарыу стиле, һоҡланғыс моңло тауышы, зауыҡлы булмышы менән тамашасы күңелен әсир итте. Айгөл бигерәк тә башҡорт, татар халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ танылыу яуланы.
⭐Артистың халыҡ гәүһәрҙәренән төҙөлгән өр-яңы программаһында сәхнәләш дуҫтары ла ҡатнаша. Тамашаның режиссеры – Башҡортостандаң атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова.
💫Халыҡ моңона сарсағандарҙы, боронғо йырҙарҙың тарихы менән ҡыҙыҡһынғандарҙы, оҙон көйҙәргә битараф булмағандарҙы үҙенсәлекле, бай эстәлекле концертта көтәбеҙ! Рәхим итегеҙ!
🏷Билеттарҙы онлайн һатып алырға: https://bashgf.ru/afisha/event/solnyj-koncert-ajgul-saginbaevoj-2/