🎶Йыр һөйөүселәрҙең юғары баһаһын алған, төрлө фекерҙәр тыуҙырған, уйландырған, хисләндергән, ғөмүмән, бер кемде лә битараф ҡалдырмаған һәм иң көслө тип танылған «Йыр көсө» проектының икенсе өлөшө – дауамы сәхнәгә сыға!
💥Ике йыл һуҙымында барған грандиоз тамаша менән филармонияның танылған артистары республика һәм күрше өлкәләр буйлап гастроль сәфәрҙәрендә, йырҙың илаһи көскә эйә икәнлеген иҫбатланы.
🎵Йыр ксөнөң кешегә тәъҫирен һанап бөткөһөҙ. Ул тулҡынландыра, хисләндерә, илһамландыра, илата, дәрт өҫтәй, рухландыра… Бер проект эсенә тыңлаусылар ишетергә теләгән бар йырҙарҙы һыйҙырып бөтөү мөмкин түгел. Шуға күрә, тамашасылар һорауы буйынса «Йыр көсө»нөң дауамын сәхнәләштерегә ҡарар итте ижади төркөм.
💫Йыр кеше тормошонда мөһим роль уйнай һәм ғүмер буйы оҙата килә. Шатлыҡ — ҡыуаныстар кисергәндә, ҡайғы — хәсрәт килгәндә лә йыр беҙҙең менән. Туйҙар, йыйындар, байрамдар унһыҙ үтмәй. Яҡындарҙы алыҫ юлға, яугирҙәрҙе яуға йырлап оҙатабыҙ. Йыр аша кеше яҙмыштары, ғүмер миҙгелдәре, мөхәббәт, һағыш, тормошҡа, тыуған илгә, ғәзиз балаға, әсәйҙәргә, тәбиғәткә һөйөү хистәре асыла.
✨Проект башҡорт йыр сәнғәтенә, милли мәҙәниәткә, тыуған илгә, телебеҙгә ҡарата һөйөү, тоғролоҡ тәрбиәләү маҡсаттарын күҙ аллай. «Йыр көсө — 2» концертында башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары: Нәзифә Ҡадырова, Әлфиә Юлсурина, Римма Амангилдина, Лилиә Ишемйәрова, Искәндәр Ғәзизов, Рөстәм Шаһыбалов, Тимур Рамазанов, Салауат Мөхәмәтйәров, Валентина Топычканова, Фәриҙә Ғаззалова, Радмир Исмәғилов, Зөлхизә Илбәкова; музыканттар Хәлит Фәтихов, Ғәли Алтынбаев, Артур Ғайсаров, Азат Биксурин, Илнур Хәйруллин, Аурика Уршеева, Семен Конторщиков, Артур Сәғәҙиев; бейеүселәр Лилиә Усманова, Наҙгөл Хәмитова; алып барыусылар Эльмира Юлдашева, Зилиә Сафиуллина ҡатнаша. Проект авторы һәм режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова.
🌟Тормошоғоҙҙа йырҙың тотҡан урыны тураһында уйланырға, хисләнергә, илһамланырға теләйһегеҙме? Әйҙәгеҙ, «Йыр көсө — 2» проектында осрашайыҡ!
☝Һеҙ яратҡан йырҙар яңғыраған, илаһи ҡурай моңо, оҫта музыканттар сығышы, дәртле бейеүҙәр менән байытылған концертта көтәбеҙ һеҙҙе, дуҫтар!
🏷Билеттарҙы онлайн һатып алырға: https://bashgf.ru/afisha/event/sila-pesni-2/