💫 Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған нәфис һүҙ оҫтаһы Эльмира Юлдашева үҙенең ижад кисәһенә саҡыра!
💕 Ижадына 25 йыл! Эльмира филармонияла эш башлағанға тиклем башҡорт профессиональ кино сәнғәтендә «Ай ҡыҙы» булараҡ танылды. Башҡортостан дәүләт телерадиокампанияһы режиссеры Әнүәр Нурмөхәмәтов төшөргән беренсе башҡорт сериалының төп героиняһы ролен оҫта башҡарған йәш, сибәр, талантлы башҡорт ҡыҙын тамашасылар ихлас яратып ҡабул итте. Киносериал телеэкрандарға сығыу менән Эльмира Юлдашева башҡорт кино сәнғәте күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыны.
✨Буласаҡ актриса бәләкәйҙән сәхнәгә ынтыла, мандолинала уйнау серҙәренә өйрәнә, хор, бейеү, драма түңәрәкәтәренә йөрөй, үҫә төшкәс, үҙешмәкәр театрҙа уйнай. Һәр яҡлап һәләтле ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт институтына, театр һәм кино актерҙары әҙерләгән махсус төркөмгә, Әхтәм Әбушахманов курсына уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, хеҙмәт юлын филармонияның «Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк» төркөмөндә башлай.
☝Бөгөн Эльмира Юлдашева һүҙҙең тәмен, татын, һутын тойоп, уның ҡөҙрәтенә, илаһи көсөнә инанған һөйләү жанры оҫтаһы, башҡорт эстрадаһының танылған алып барыусыһы. Уның ышаныслы сәхнә образдары, һүҙ байлығы, фекер тәрәнлеге, ижад офоҡтары киңлеге һоҡландыра, ғәжәпләндерә. Ул уҡыған шиғырҙар, сәсмә әҫәрҙәрҙән өҙөктәр бер кемде лә битараф ҡалдырмай, хисләндерә, уйландыра, илһамландыра.
🙏Актриса эске донъяһының байлығы, рух көслөлөгө, илһөйәрлек тойғоһоноң ҡеүәтле, ныҡлы булыуы менән айырылып тора. Батыр рухлы, ҡыйыу, тәүәккәл ҡыҙ шиғырҙарын МХО-лағы яугирҙар алдында ла уҡыны.
💥Концертында ижадсы һүҙ көсөнә таянып, тамашасыһына иң ҡәҙерле, иң мөһим, кәрәкле һүҙҙәрен әйтмәксе, бығаса «бикле тотҡан» һәләттәрен асасаҡ, талантының таныш булмаған яҡтарын күрһәтәсәк.
⚡Концерттың режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова.
🏷Билеттарҙы онлайн һатып алырға: https://bashgf.ru/afisha/event/jubilejnyj-vecher-jelmiry-juldashevoj/
💳 Пушкин картаһы ғәмәлдә.