🎄Яңы йыл байрамы мөғжизә һәм мажаралар мәле булыуы менән дә матур ул! Һеҙҙең иғтибарға театр артистарының күңелле мәшәҡәттәргә бәйле тарихтарын, бала саҡ хәтирәләрен тәҡдим итәбеҙ. Театрҙың йәш актрисаларының береһе АЙЗИЛӘ ТӨРКМӘНОВА Ҡыш бабайға төплө хат яҙыуы тураһында:
"Мин Өфөлә студенттар ғаиләһендә тыуғанмын, бала сағым баш ҡалалағы олатай-өләсәй янында үтте. Яңы йылды ла улар менән бергә ҡаршы ала инек.
Дүрт йәштәрҙә булғанмындыр, ҡәләм тотоп яҙырға өйрәнеп ятҡан осором. Ҡыш бабайға хат яҙмаҡ булып киткәнем дә, иң тәүҙә өләсәйгә нимә һорарға икән, тип янына йүгереп килгәнмен. Ул шаяртып нимәлер әйткән дә, мин икенсе бүлмәгә инеп китеп, бүләктәр теҙмәһен яҙып сыҡҡаным. Ҡағыҙҙа "Өләсәйемә - "зубы" (теш протезы), "щюба" (тун), "цыпочка" (алтын биҙәүес), үҙемә скрипка алып кил" тип яҙғаным икән хатыма. Әсәйемә лә берәй нәмә һорағанымдыр, тип йөрөһәм, юҡ, тик өләсәйгә генә бүләк үтенгәнем булып сыҡты. Мәлендә эргәмдә кем булған, шуға байрам эшләргә иткәнем, күрәһең. "Мөмкинлек бар сағында, өләсәй, все устрою!" булған инде был тарих."
Айзиля Туркменова
#яңыйылмажаралары #башдрамтеатр