❤️Әсәйҙәр көнө менән, ҡәҙерлеләребеҙ!
Һеҙҙең һүнмәҫ йылығыҙ, һүрелмәҫ хәстәрегеҙ беҙҙе сабыйлыҡтан оло йәшкәсә оҙатып, көс биреп йәшәтә. Сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт!💐
Ғәзиз әсәйҙәребеҙҙе ололап, бөгөнгө байрам айҡанлы #артистһәмәсәһе исемле рубрикабыҙҙы башлайбыҙ! Көн дауамында М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистарының әсәйҙәре менән төшкән фотоһүрәттәрен ҡуйыу - беҙҙән, актерҙы танып, исем-шәрифен яҙыу - һеҙҙән, дуҫтар!
📸Был беренсе фотолағы актриса театрҙың оло быуын актерҙары вәкиле, кем таный?