🌹ҠОТЛАЙБЫҘ!
Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Урал Әминевтың тыуған көнө!
Ошо айҡанлы Урал Фирғәт улына артабан да ҡолас йәйеп ижад итеүен, яңы асыштарға, үҙенсәлекле ролдәргә табан ҡыйыу атлауын теләйбеҙ! Бәхеттән, бәрәкәттән айырмаһын! Байрамығыҙ ҡотло булһын!
🎭Театр сәхнәһендә Урал Әминевты: "Заятүләк менән Һыуһылыу" спектаклендә - Ен, "Ах, был мөхәббәт"тә - Иван Васильевич Ломов, "Юғалған ваҡыт артынан" спектаклендә - Господин Спиннер, "Чехов һабаҡтары" спектаклендә - Петр Петрович Стрижин, "Еҙнәкәй" музыкаль комедияһында - Миһри, "Һинһеҙ килгән яҙҙар" спектаклендә - Психолог, Әсхәт, "Йәш йөрәктәр" музыкаль комедияһында - Саҙри һәм башҡа спектаклдәрҙә күмәк сәхнәләрҙә күрергә мөмкин.
#башдрам #башдрамяратам #башдрамвлицах #ураламинов