ҠОТЛАЙБЫҘ!💐
Талантлы актер Айсыуаҡ Йомағоловты 55 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! 💫
Айсыуаҡ Илшат улы! Бар коллектив исеменән сағыу, матур хәл-ваҡиғаларға тулы тормош теләйбеҙ. Һәр атҡан таң ҡыуаныстар, яҡшы кәйеф алып килһен. Ныҡлы һаулыҡ, күңелегеҙ күтәренке булһын, тик яҡшыға ғына өмөт итеп, тирә-яҡтағылар өсөн өлгө булып йәшәгеҙ. Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, ғаиләгеҙҙә бәхет һәм татыулыҡ хөкөм итһен.✨
🎭Театр сәхнәһендә Айсыуаҡ Йомағоловты: "Һинһеҙ килгән яҙҙар" мелодрамаһында - Илшат, "Бәхет хаҡы" музыкаль мелодрамаһында - Профессор, "Чехов – һабаҡтары"нда - Брыкович, Николай Сергеевич, "Февраль. Буран"да - Докладсы, "Юғалған ваҡыт артынан..." әкиәтендә - Симпл әфәнде ролдәрендә күрергә мөмкин.
#башдрам #башдрамдыяратам #башдрамвлицах #айсыуакюмагулов