🔗11 октябрь, 19:00 - «ҠЫҘЫЛ ПАША» / «КРАСНЫЙ ПАША» (Н. Асанбаев, инсц. Д.Каюмова, А. Абушахманов, реж. А. Абушахманов)12+.
⭐Спектакль башҡорт халҡының данлыҡлы улы, революционер, дипломат һәм Яҡын Көнсығышта иң тәүге совет илсеһе булған Кәрим Хәкимовтың тәрән һәм ҡатмарлы яҙмышы тураһында. Хәкимов – Бәләбәй өйәҙенең Дүсән ауылында тыуған, милләтебеҙ тарихында тәүге консул һәм башҡорттар араһында юғары дипломатик вазифа биләгән кеше.
📎"Ҡыҙыл Паша" – был исем уға дипломатик хеҙмәте осоронда бирелгән.
Спектаклдә төп геройҙың идеалдары, ҡыйыулығы, милли азатлыҡ өсөн көрәше һәм дипломатик эшмәкәрлеге һүрәтләнә. Ул башҡорттарҙың рухын һаҡлап, үҙен туранан-тура халыҡ һәм дәүләт мәнфәғәттәренә хеҙмәт итеүгә бағышлаған. Кәрим Хәкимовтың ҡатмарлы яҙмышы тамашасыны уйландыра һәм уның ҡаһарманлығына һоҡланырға мәжбүр итә...
🎭Ә һеҙ был уникаль спектаклде ҡаранығыҙмы әле?
Әгәр юҡ икән, форсаттан файҙаланып, 11 октябрь кисендә "Ҡыҙыл Паша"ны ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Был спектакль һеҙҙе тарихҡа алып ҡайтып, башҡорт халҡының данлы шәхесе менән яҡындан таныштырасаҡ!
Билеттар 👉 https://bashdram.ru/afisha/krasnyj-pasha-6/
✅Касса театра 👉🏻272-35-33
✅Действует Пушкинская карта
✅ Осуществляется синхронный перевод на русский язык
✅ В театре работает детская комната для детей от 3 до 7 лет