💫 МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ💫
💎Милли кейем – халыҡтың асылы, милләттең йөҙө.
Һәр халыҡтың үҙенә генә хас, ҡабатланмаҫ тарихын, ғөрөф-ғәҙәтен, йәшәү рәүешен сағылдырған, рухын, ғорурлығын уятҡан изге ҡомартҡы ул. Башҡорт милли костюмы кейеү ир-егеттәргә саялыҡ, батырлыҡ өҫтәһә, ҡатын-ҡыҙ тағы ла нәфисерәк, һомғолораҡ, нәзәҡәтлерәк һәм һылыуыраҡ булып күренә.
Милли кейем кейгән кешеләрҙе күрһәң, онотолоп, оҙаҡ һоҡланып ҡарап торорға була...
Борондан килгән ошо гүзәллекте байрам көндәрендә генә түгел, ғорурлыҡ тойғоһо менән көндәлек тормошта ла кейергә мөмкин бит...